КУЗЬМЕНКО Александр Владимирович (7.4.1966, Ырымбур өлк. Ташлы р‑ны Вязовое а.), диктор, актёр. БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1996) артисы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1990; Ғ.Ғ.Ғиләжев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы). 1989 й. алып “Башҡортостан” ТРК-нда радио һәм телетапшырыуҙарҙы алып барыусы, бер үк ваҡытта 2007 й. башлап Рәсәй мәҙәниәт профсоюзының Башҡ‑н респ. ойошмаһы рәйесе. Байтаҡ иҫтә ҡалырлыҡ үҙенсәлекле образдар ижад итә: Милли Йәштәр театрында — Ҡунаҡ (“Граф Нулин”, А.С.Пушкиндың ш. уҡ исемле поэмаһы б‑са), Ул (“Бөйөклөк манияһы йәки Поприщин әфәнденең фәҡир байлығы” — “Мания величия, или Бедное богатство господина Поприщина”, Н.В.Гоголь әҫәрҙәре б‑са); Урыҫ драма театрында — Джордж Пигден (“№13”, Р.Куни), Поликсен [“Юғалтыу сәбәпле ығы‑зығылар” — “Страсти по утрате”, “Ҡышҡы әкиәт” (“Зимняя сказка”) пьесаһы б‑са], Лорд (“Тиҫкәре ҡыҙҙы буйһондороу” — “Укрощение строптивой”; икеһе лә — У.Шекспир). “Ирлән көнө, йәки Урыҫ бәхете” (“День хомячка, или Русское счастье”, “Муха” студияһы “Башҡортостан” к/ст м‑н берлектә, 2003) к/ф төшә.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке