АҠБАШЕВ Кәбир Мөхәмәтшәрип улы [10.3.1932, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Яңы Заһит а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны)], драматург, прозаик. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2000). Журналистар союзы (1969), Яҙыусылар союзы (1990) ағзаһы. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар ин‑тын (1954), Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын (1970) тамамлаған. 1957 й. алып “Коммунизм байрағы” гәз. (ҡара: “Звезда”) эшләй, 1963 й. — “Знамя коммунизма” гәз. (ҡара: “Сельские нивы”) мөхәррире урынбаҫары. 1977 й. башлап “Башҡортостан” ДТРК‑ның Стәрлетамаҡ зонаһы б‑са, 1992 й. — Стәрлетамаҡ ҡ. “Экран” ТРК‑ның яуаплы мөхәррире, 2000—10 йй. БР Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары. Балалар өсөн “Йәшә, ҡояшҡай!” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1986 й. сыға. “Ашҡаҙар” (1973), “Китмә, Рөстәм” (1981) драмаларында, “Сибәр ҡатын” (1994), “Һипкелле ҡыҙ” (1995) комедияларында хәҙ. тормош ысынбарлығы дөйөмләштерелә. “Йәшлегем тирәктәре” (1989) драмаһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл хеҙмәтсәндәре батырлығына арнала. А. әҫ. б‑са Ҡурсаҡ театрында, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында, Салауат башҡорт драма театрында спектаклдәр ҡуйыла. А. шиғырҙары урыҫ теленә тәржемә ителгән. Шиғырҙарына Н.Ә.Дауытов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Р.М.Хәсәнов һ.б. комп. йырҙар яҙған. Ғ.Ибраһимов ис. пр. лауреаты (1998).

Әҫәрҙ.: Илама, Бөркөтөм минең: драма. Өфө, 1987; Төнгө тауыштар: повестар һәм хикәйәләр. Өфө, 1996; Драмалар һәм комедиялар. Өфө, 2002.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке