КУЗНЕЦОВА Валентина Георгиевна [8.2.1949, БАССР‑ҙың Воскресенск р‑ны ш. уҡ исемле ауылы (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны)], керамика оҫтаһы. Рәсәй Художество акад. мөхбир ағзаһы (2012). БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1997). Рәссамдар союзы ағзаһы (1983). И.Е.Репин ис. Рәсем сәнғәте, скульптура һәм архитектура ин‑тын тамамлаған (Ленинград, 1975). 1968 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. балалар художество мәктәбендә уҡыта, 1979—88 йй. М.И.Калинин ис. мәҙәниәт һарайында (Өфө) һынлы сәнғәт студияһы етәксеһе, 2000 й. алып Мәскәүҙә. Башлыса бәләкәй скульптуралар ижад итә, эштәренә дөйөмләштерелгән силуэт, статика, артыҡ деталләштереүҙең булмауы, төҫ м‑н һыҙыҡтар ритмын гармониялы яраштырыу хас; биҙәкле һүрәттәр, рельеф, һауыт‑һаба, вазалар яһай. Әҫәрҙәрендә ысынбарлыҡты романтик хис‑тойғолар аша аңлата, улар ябай сюжетҡа ҡоролған, авторҙың үҙ персонаждарына еңелсә иронияһы һәм һөйөүе асыҡ күренә; улар конкрет (“Сәлимә апай ҡыҙы менән”, 1985; “Галина. Йәй”, 2003) һәм дөйөмләштерелгән (“Иң ҡәҙерле”, 1997; “Баҫып тороусы әсә”, 1999) образдарҙа сағылыш таба. 80‑се йй. аҙ. – 90‑сы йй. башында мифологик һәм фантастик образдар (“Батшабикә Вила”, “Һыбайлы яҙ” һ.б.) циклын, “Воскресенск тормошо” жанрлы серия ижад итә. Башҡортостан һәм Рәсәй ҡалалары йәмәғәт биналары өсөн байтаҡ монументаль‑биҙәү әҫәрҙәре, станокта башҡарылған рәсем сәнғәте, нәфис ҡурсаҡ сәнғәте әҫәрҙәре авторы. 1977 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Екатеринбург, Мәскәү, Салауат, С.‑Петербург, Стәрлетамаҡ, Өфө, Липецк, Прага ҡҡ. (1979 й. алып) 30-ҙан ашыу шәхси күргәҙмәһе була. Эштәре БДХМ‑да, Воскресенск картиналар галереяһында, “Мираҫ”, “Урал” галереяларында (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Третьяков галереяһында, Дәүләт тарих музейында, Хәҙерге сәнғәт музейында, Бөтә Рәсәй биҙәү‑ҡулланма һәм халыҡ сәнғәте музейында (бөтәһе лә — Мәскәү) һ.б., Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 1-й респ. выст. /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 1997.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: В.Г.Кузнецова. Алһыу кейемдәге ханым. Шамот, ангобы. 1997

 

Текст на русском языке