КУЗНЕЦОВ Юрий Степанович (22.7.1939, Абдулла ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1988), проф. (1989). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1997), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978), Төмән өлк. почётлы нефтсеһе (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1967) шунда уҡ эшләй: 1975 й. алып тау‑нефть ф‑ты деканы, 1978 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р. 1987 й. башлап Төмән нефть‑газ ун‑тында: быраулау каф. мөдире, 1991—99 йй. быраулау технологияһы ф‑ты деканы. 2004 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй. 2005 й. башлап РФА‑ның Һыҙыҡһыҙ тулҡын механикаһы һәм технологияһы фәнни үҙәгенең (Мәскәү) фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы климат һәм геол.‑техник шарттарҙа быраулау эштәрен алып барыу теорияһына һәм практикаһына арналған. К. тарафынан ҡатлаулы флюидтарҙың юғары коррозия активлығы һәм разрезда күп йылдар буйы туң тоҡомдар булғанда ҡатламдарҙы айырыу проблемаһы өйрәнелә; коллекторлыҡ характеристикаларын мөмкин тиклем күберәк һаҡлап ҡалыуҙы тәьмин иткән продуктлы горизонттар асыу технологиялары һ.б. уйлап табыла. Асыштары БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең нефть‑газ сығарыу пр‑тиеларында индерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 40 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Долговечность тампонажного камня в нефтяных и газовых скважинах. Уфа, 1987 (авторҙ.); Крепление высокотемпературных скважин в коррозионно-активных средах. М., 1987 (авторҙ.); Специальные тампонажные материалы для разобщения пластов в различных термобарических условиях. Тюмень, 1997 (авторҙ.).

Ф.Ә.Әғзәмов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке