КУЗНЕЦОВ Михаил Дмитриевич (8.5.1947, Силәбе өлк. Петропавловка а.), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2008). Рәссамдар союзы ағзаһы (1989). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1969; педагогы К.П.Чаругин) Өфөнөң һәм Силәбе өлк. төрлө учреждениелары һәм пр‑тиеларында рәссам, 1974—81 йй. 2‑се художество мәктәбенең уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, 1983—89 йй. Башҡ‑н ижади‑производство комб‑ты (икеһе лә — Өфө) рәссамы. Башлыса пейзаж жанрында эшләй; ижадында 19 б. аҙ. – 20 б. башындағы урыҫ сәнғәте традицияларына таяна. К. тирә‑яҡтағы донъяны образлы-пластик кәүҙәләндереүҙең теүәллегенә өлгәшергә тырыша, был уның төҫтәрҙең хәл ителеше м‑н нескәртелгән лирик характерҙағы эштәрендә (“Өфө ситендә ял итеү”, 1973; “Ульяновскиҙағы бәләкәй йорт”, 1980) һәм юғары хис‑тойғолар, бай колорит м‑н айырылып торған әҫәрҙәрендә (“Ферапонтово. Ғибәҙәтхана ишеге”, 1980; “Ҡарағай”, 2004) күҙәтелә. Портреттар (“Рәмилә”, 1978), тематик композициялар (“Әсә иҫтәлегенә. 1956 йыл”, 1988; “Барда ташыусы”, 1995 һ.б.), этнографик һүрәттәр (акв., тушь; ҡара: Графика) ижад итә. “Инйәр” (1991; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре) ижади төркөмө ағзаһы. 1973 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Дүртөйлө, Нефтекама, Салауат, Өфө ҡҡ. (1979 й. алып) 10‑дан ашыу шәхси күргәҙмәһе үткән. Эштәре БДХМ, һынлы сәнғәт галереялары коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: М.Д.Кузнецов. Өфө ситендә ял итеү. 1973

 

Текст на русском языке