КОМЛЕВ Пётр Александрович (4.6.1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Воскресенский а., хәҙ. БР‑ҙың Благовещен р‑ны Воскресенка а., — 20.2.1945, Латвия ССР‑ы), лётчик, өлкән лейт. (1944). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлаған (1942). 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. мартынан Көньяҡ, 4‑се Украина, 3‑сө һәм 1‑се Балтик буйы фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө һауа армияһы 7‑се штурмлау авиация корпусы 289‑сы штурмлау авиация див. 686‑сы штурмлау авиация полкының звено ком. өлкән лейт. К. 120 хәрби осошта (1944 й. окт. ҡарата) күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944), 1‑се һәм 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә урамға К. исеме бирелгән, Өфө тепловоздар ремонтлау заводы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Портрет: П.А.Комлев

Текст на русском языке