КОМИССАРОВ Владилен Дмитриевич (25.10.1937, Балахна ҡ. — 25.8. 2002, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (1990), проф. (1992). МДУ‑ны тамамлаған (1960). 1967 й. алып Органик химия ин‑тында эшләгән (1974 й. башлап лаб. мөдире), бер үк ваҡытта 1992 й. — БДУ‑ның физик химия һәм химик экология каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре шыйыҡ фазала окисландырыу һәм радикалдар ҡатнашлығындағы процестарының кинетикаһы һәм фотохимияһы проблемаларына арналған. Уның етәкселегендә озон, органик триоксидтар, сульфонадкислоталар, көкөрт һәм азот окиселдары ҡатнашлығында яңы реакциялар өйрәнелә, был процестарҙы тикшереү ысулдары уйлап табыла. К. тарафынан алкил, алкилсульфонил, пероксил, феноксил радикалдары һәм карбонилоксидтар реакциялары кинетикаһы тикшерелә; н‑парафиндар сульфоокисланыуының тиҙләтелгән ысулы тәҡдим ителә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 11 уйлап табыу авторы.

Әҙәб.: Владилен Дмитриевич Комиссаров (1937—2002): вспоминая учёного... Уфа, 2006.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке