КОМЕДИЯ (гр. komos — күңелле процессия һәм ode — йыр), драматургияның коллизиялар, ваҡиғалар һәм характерҙар комик формала характерланған, сатира һәм юмор м‑н һуғарылған төп жанрҙарының береһе (драма һәм трагедия м‑н берлектә). “Ғосмания” мәҙрәсәһе шәкерттәре тарафынан яҙылған һәм ҡуйылған “Ғизаләм” (1901), А.М.Таһировтың “Бисура” (1907) һәм “Салбарһыҙҙар” (1908), Ғ.Ғүмәрскийҙың “Уйламағанда ике никах” (1917) башҡорт әҙәбиәтендә иң тәүге К. пьесалары була. Х.К.Ибраһимовтың Башмағым” (1921) пьесаһының донъя күреүе башҡ. драматургияһында реалистик этаптың башланыуына булышлыҡ итә. Яҙыусының ошо һәм башҡа К. (“Пианино мәсьәләһе”, “Еҙнәкәй” һ.б.) революцияға тиклемге Рәсәйҙең тар ҡарашлы, үҙ мәнфәғәтен генә күҙәткән мещандарының әҙәп‑әхлаҡ мәсьәләләре әсе һәм үткер тел м‑н ҡаты тәнҡитләнә; типик комик ситуацияларҙы төрлө характерҙар аша яҡтыртыу К. үҙенсәлекле сифаты. М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау”, Ә.Ҡ.Атнабаевтың “Игеҙәктәр”, И.А.Абдуллиндың “Бажалар” һәм “Тиле йәшлек” пьесалары К. классик өлгөләре һанала, уларҙа сағыу комик образдар һәм ситуациялар тыуҙырылған, башҡ. ауылының көнкүреше һәм әхлаҡи атмосфераһы нескә, көслө һәм үткер халыҡ юморы м‑н һуғарылған. Башҡ. К. тематикаһы бик бай, үҫешенең бөтә этаптарында ла ул заман мәсьәләләренә оператив ҡарашын еткерә, ысынбарлыҡтың кире күренештәрен сағылдырырға ынтыла. Башҡ. драматургияһында К. түбәндәге жанр төрҙәре бар: сатирик (Н.Асанбаевтың “Һыу юлы” һ.б.), гротеск (С.М.Мифтаховтың “Күктән төшкән Хөрәйрә” һ.б.); лирик (Н.Нәжмиҙең “Хуш, Хәйрүш!” һ.б.), водевиль (Абдуллиндың “Эх, Өфө ҡыҙҙары” һ.б.); фольклористик К. (К.Мәргәндең “Шомбай”); музыкаль комедия (Б.Бикбайҙың “Ҡоҙаса”) һ.б. Драма, трагедия м‑н ҡушылыу тенденцияһы күҙәтелә, һөҙөмтәлә К.‑памфлет (М.Кәримдең “Диктаторға ат бирегеҙ!”), “моңһоу” К. (Р.М.Кинйәбаевтың “Эх, Байтимер дуҫ!”), трагикомедия (Н.Нәжмиҙең “Ҡыңғыраулы дуға” һ.б.), трагифарс (Ф.М.Бүләковтың “Бибинур, ах, Бибинур!..” һ.б.) кеүек жанр төрҙәре үҫеш ала. Хәҙ. К. (И.Х.Йомағоловтың “Буш сәңгелдәк”, Х.С.Зариповтың “Их, кәләше лә кәләше!..”, Н.Ғәйетбайҙың “Аты барҙың — дәрте бар” һ.б.) етди соц. һәм әхлаҡи‑этик мәсьәләләр күтәрелә, уларҙа комизм тормошто тәрән сағылдырыу м‑н үрелеп бара.

Әҙәб.: Ғәйнуллин М.Ф. Башҡорт драматургияһының үҫеү юлдары. Өфө, 1985; Әхмәҙиев Р.Б. Драматургияла жанр формалары. Өфө, 2003; Ахмадиев Р.Б. Суть и суд жанра. Уфа, 1997.

Р.Б.Әхмәҙиев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.