КОМАРОВ Владимир Леонидович (23.9.1930, Чита ҡ. — 2.9.1974, Өфө), геолог‑геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1972). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1954). 1957 й. алып Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга‑Урал филиалында эшләй, 1959 й. — Өфө ҒТИ‑нда лаб. мөдире, 1970 й. — Бөтә Союз нефть промыслалары геофизикаһы ҒТИ‑нда (Өфө) дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге ВолгаУрал нефтле һәм газлы провинцияһы ятҡылыҡтары коллекторҙарының петрофизик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. К. тарафынан Арлан нефть ятҡылығын, Туймазы нефть ятҡылығын, Шкапов нефть ятҡылығын эшкәртеүҙе проектлауҙа ҡулланылған геофизик ысул комплекстары б‑са продуктив ҡатламдарҙы асыҡлау һәм баһалау, торба аралыҡтары аша механизацияланған скважиналарҙы өйрәнеү алымдары эшләнә. 86 фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

М.В.Семёнова

Тәрж. Л.Ф.Мәмбәтҡолова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018