АЛЛАЯРОВ Ричард Хәйрулла улы [5.6.1927, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Дыуан-Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 1988, Нефтеюганск ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1959). СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1959). 1945 й. алып “Ишимбайнефть” тресының быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы; 1948 й. башлап “Туймазабурнефть” тресының быраулау мастеры, 1964 й. — 1‑се Нефтеюганск быраулау эштәре идаралығының быраулау мастеры, ҡатмарлы эштәр б‑са мастеры. Производство эшмәкәрлеге турбиналы быраулауҙы ғәмәлгә индереү һәм камиллаштырыуға бәйле. А. бригадаһы скважиналарҙы тиҙләтелгән режимда быраулауҙы үҙләштерә, уны ҡулланыу Туймазы нефть ятҡылығында һәм Шкапов нефть ятҡылығында ҡаҙыу тиҙлеген 3000 м/ст.-мес тиклем һәм унан да күберәккә еткерергә булышлыҡ итә. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1959).

Әҙәб.: Очерки по истории Башкирской АССР. Т.2. Уфа, 1966; Саяпов Т.Ш. Ленинский комсомол Башкирии. Уфа, 1978.

О.Н.Евстигнеева, Ә.Й.Закиров, И.Ғәримова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке