КОМАРОВ Сергей Сергеевич (27.7.1944, Чкалов ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1966) ш. уҡ эшләй, 1972 й. алып бер үк ваҡытта ӨДАТУ эргәһендәге Махсуслаштырылған авиация ҡоролмалары КБ етәксеһе. 2008—09 йй. ӨДИСА‑ла: теоретик һәм ғәмәли механика каф. мөдире, бер үк ваҡытта Хеҙмәтләндереү өлкәһенең нанотехнологиялар үҙәге начальнигы. 2012—14 йй. Мәскәү һыу транспорты акад. Өфө филиалында ғәмәли механика каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге пневмоһығылмалы системалар механикаһы проблемаларына арналған. К. тарафынан экран эргәһендә йомшаҡ пневмокаркаслы көплөктәрҙең тирә‑яҡ мөхит м‑н хәрәкәтсән тәьҫир итешеүе ваҡытында барған аэропневмоһығылмалылыҡ күренеше; пневмокөплөктәрҙең көмбәҙ аҫты ҡыуышлығында экранға бәрелеп тәьҫирләшеүе ваҡытында баҫымдың үҙенән‑үҙе көйләнеүе тасуирлана. Асыштары РФ пр‑тиеларында индерелгән. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 200‑ҙән артыҡ уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Основы пневмоупругости надувных средств спасения спускаемых объектов //Наука и технологии. Избранные труды Российской школы “К 70‑летию Г.П.Вяткина”. М., 2005 (авторҙ.); Стабилизация движения прыгающих пневмоупругих роботов //Вестник Уфимского государственного авиационнного технического университета. 2008. Т.11 №2 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.