КОМАРОВ В.М. ИСЕМЕНДӘГЕ БАЛАЛАР ИЖАДЫ ҺАРАЙЫ, 1936 й. Өфө пионерҙар йорто булараҡ ойошторола, 1958 й. алып Өфө Пионерҙар һарайы, 1986 й. — Респ. Пионерҙар һарайы, 1992 й. — Өфө ҡала Пионерҙар һарайы, 1995 й. — Өфө ҡала балалар ижады һарайы; 1967 й. Комаров В.М. исеме бирелә. 380 урынлыҡ тамаша залы, китапхана, һүрәт төшөрөү студияһы, хореография һәм компьютер кластары, биҙәү‑ҡулланма ижады оҫтаханалары, туристик клуб, спорт залы бар. Һарайҙа төрлө йүнәлештәр б‑са 100‑ҙән ашыу балалар берекмәһе эшләй: “Салауат күпере” вокаль студияһы (1996 й., 2007 й. алып “өлгөлө” исемен йөрөтә; етәксеһе — БР‑ҙың мәғариф отличнигы Е.А.Яковлева), “Веселинка” бейеү ансамбле (1993 й., 1999 й. алып “өлгөлө”; етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре О.И.Щука), “Серпантин” хореография студияһы (1994 й., 2003 й. алып “өлгөлө”; етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре И.М.Васягина), “Класс” мода театры (2001; етәксеһе Л.В.Пономарёва), төрлө спорт секциялары һ.б. 1967—2015 йй.  “Мечте навстречу” балет театры эшләгән. Һарайҙа “Башҡортостан йондоҙсоҡтары” (“Звёздочки Башкортостана”), “Бейеү марафоны” (“Танцевальный марафон”) конкурстары, “Хор йәйғоро” (“Хоровая радуга”), “Яңғырауыҡ үксә” (“Звонкий каблучок”), “Балалар вернисажы” (“Детский вернисаж”) респ. конкурс‑фестивалдәре, ҡала нәфис һүҙ оҫталары конкурсы, төрлө күргәҙмәләр үткәрелә. Һарай бинаһы — 20 б. 2‑се ярт. ҡараған архитектура ҡомартҡыһы.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке