КУЗНЕЦОВ Леонид Константинович (19.5.1954, Ставрополь крайы Ставрополь ҡ. — 11.4.2012, Өфө), инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (2007). БР хеҙмәтләндереү тармағының атҡ. хеҙм‑ре (2005), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1977) ш. уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре коммуналь һәм сәнәғәт һыу әҙерләү мәсьәләләренә, Башҡортостанда фән һәм техника үҫеше тарихын өйрәнеүгә арналған. К. тарафынан тәбиғи үртәлгән балсыҡтан (глиеждар) эшләнгән фильтр материалы сығарыу технологиялары, уның нигеҙендә һыу әҙерләү процесы эшләнеп, БР, Новосибирск өлкәһе, Ставрополь крайы һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларында производствоға индерелә. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Организация водного хозяйства современного промышленно развитого города. М., 2006 (авторҙ.); Создание системы водоподготовки города с развитым нефтехимическим комплексом. История возникновения, становления и развития системы водоподготовки города Уфы. М., 2006 (авторҙ.).

Д.Л.Рахманҡолов

Тәрж.Г.Ю.Ғатауллина

Текст на русском языке