Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/K/KUZNECOV_LEV.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/K/KUZNESOV_LEV_скульптура.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/K/KUZNECOV_LEV.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/K/KUZNESOV_LEV_скульптура.jpg'

КУЗНЕЦОВ Лев Владимирович (5.3.1923, Ленкорань ҡ. — 13.8.1992, Өфө), скульптор. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1976). Рәссамдар союзы ағзаһы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. И.Е.Репин ис. Рәсем сәнғәте, скульптура һәм архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (Ленинград, 1963) Өфөлә эшләй: Өфө сәнғәт уч‑щеһы уҡытыусыһы, һуңынан Башҡ-н ижади‑производство комб‑ты рәссамы. Башлыса монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләй. Эштәрендәге масштаблы формаларға тартылыу төп идеяның асыҡлығы м‑н тура килә.

“Ҡыҙыл башҡорт” (1967, Пермь ҡ.), “20‑се йылдар комсомолдарына” (1978, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Бүздәк ҡасабаһы) һ.б. эштәренең төп темаһы — революция (1917), Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы. Уның проекты б‑са Өфөлә Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәл эшләнә (1975, архитектор А.В.Семёнов м‑н берлектә), һындың кәүҙәләнеше, композицион хәл ителешенең киҫкенлеге һәм теүәллеге м‑н иғтибарҙы йәлеп итеүсе һәйкәл әйләнә‑тирәне үҙгәртеп ебәргән сағыу художестволы акцентҡа әйләнә. “Ялға туҡтағанда”, “Атлы ғәскәр” (икеһе лә — буялған гипс), “Гөлнәзирә” (эзбизташ; бөтәһе лә — 1964), “Урал ҡыҙы” (1967, кварц) һ.б. станокта башҡарылған скульптура эштәре авторы. 1964 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1978).

А.В.Лебедева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке