КОЛЬЦОВ Александр Алексеевич (9.10.1924, Һамар ҡ. — 22.5.2011, Өфө), инженер-электрик. Техник ф. д‑ры (1971), проф. (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград политехник ин‑тын тамамлаған (1950). 1960 й. алып ӨНИ‑лә эшләй (1966 й. тиклем производство процестарын автоматлаштырыу каф. мөдире), 1975 й. — ӨАИ‑ның электротехника каф. мөдире, 1977—82 йй. Куйбышев т. юл транспорты инженерҙары ин‑тының Өфө уҡыу-консультация пунктында. Фәнни эшмәкәрлеге нефть-газ һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте өсөн автоматик һәм көйләү приборҙары, ҡоролмалары элементтарын һәм схемаларын анализлауға һәм синтезлауға бәйле. К. тарафынан алмаш токтың һыҙыҡлы электр сылбырҙарын анализлауҙың векторлы ысулы табылған. 260‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 80‑дән ашыу уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Электрические схемы уравновешивания. М., 1976.

В.В.Сафонов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.