КОЛЫБАН, Ҡармасан й. басс. һаҙлыҡ. Кушнаренко р‑ны Ҡаҙарма а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 85 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,0 м, иң ҡалыны — 3,3 м. Туйыныуы ҡатнаш. Аҡ ҡайын, ат ҡуҙғалағы, ҡаҙ үләне, ҡара ҡарағат, ҡыҙыл балан, тал, һаҙ ҡырҡбыуыны, ябай кесерткән, ябай миләш, ябай муйыл һ.б. үҫә. Күк селән, ҡыр турғайы, тәгәрлек, һайыҫҡан, һары сәпсек, һуна өйрәк, үрғуян һ.б. йәшәй.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.