КОЛЧАК Александр Васильевич (4.11.1874, С.‑Петербург губ. Александровское а. — 7.2.1920, Иркутск ҡ.), хәрби эшмәкәр, гидрограф, Рәсәйҙең Юғары хакимы (1918 й. 18 нояб. — 1920 й. 5 ғин.). Адмирал (1918). Дворяндарҙан. 1904—05 йй. рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Диңгеҙ кадет корпусын тамамлаған (С.‑Петербург, 1894). 1894—1917 йй. һәм 1918 й. алып Рәсәй хәрби-диңгеҙ флотында; 1917 й. дек. — 1918 й. мартында Британия хәрби-диңгеҙ көстәрендә. 1900—02 йй. һәм 1908—10 йй. Рус география йәмғиәте экспедицияларында ҡатнаша. 1915 й. сент. алып 15‑се миналау див., бер үк ваҡытта Рига ҡултығының хәрби-диңгеҙ көстәре, 1916 й. июненән Ҡара диңгеҙ флоты командующийы. 1917 й. авг.—окт. АҠШ‑та Рәсәй хәрби-диңгеҙ миссияһы начальнигы. 1918 й. башлап Аҡтар хәрәкәте лидерҙарының береһе. Нояб. Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең хәрби һәм диңгеҙ министры. 18 нояб. Рәсәй Дәүләтенең Юғары хакимы һәм Рус армияһының Юғары баш командующийы итеп һайлана һәм иғлан ителә. Большевиктар власын бөтөрөү, монархияны тергеҙеү, берҙәм һәм бүленмәҫ Рәсәйҙе аяҡҡа баҫтырыу, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышын саҡырыу өсөн сығыш яһай. Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең өлкә хөкүмәттәре, ш. иҫ. Башҡорт хөкүмәте эшмәкәрлеген туҡтатыу, уларҙың ҡораллы көстәрен таратып, Рәсәйҙең Хәрби көстәре составына индереү т‑дағы закон акттарын раҫлай. Көнсығыш фронт тар-мар ителгәндән һуң 1920 й. 4 ғин. үҙ вәкәләттәрен ген.‑лейт. А.И.Деникинға тапшыра, Рәсәйҙең Көнсығыш төбәктәре көстәренең баш командующийы итеп ген.‑лейт. Г.М.Семёновты тәғәйенләй. 15 ғин. Иркутскиҙа Чехословак айырым корпусы тарафынан Колчакка ҡаршы Сәйәси үҙәккә тотоп бирелә, үҙәк уны 21 ғин. Иркутск губерна хәрби-революцион ком‑тына тапшыра. Атыла. 3‑сө (1919) һәм 4‑се (1915) дәрәжә Изге Георгий, 3‑сө дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы (1915) һәм 4‑се дәрәжә (1903) Изге Владимир, 1‑се дәрәжә ҡылыслы (1917), 2‑се (1910) һәм 4‑се (1904) дәрәжә Изге Анна, 1‑се дәрәжә ҡылыслы (1916) һәм 2‑се дәрәжә ҡылыслы (1905) Изге Станислав орд., “Батырлыҡ өсөн” яҙыулы алтын ҡылыс (1905), сит ил орд., Император Рус география йәмғиәтенең Ҙур алтын Константин миҙалы (1906) м‑н бүләкләнгән. Карский диңгеҙендә Таймыр ярымутрауы тирәһендәге утрауға К. исеме бирелгән.

Әҫәрҙ.: Лёд Карского и Сибирского морей //Записки Императорской Академии наук. Серия 8. Физико-математическое отделение. СПб., 1909. Т.26. №1.

Әҙәб.: Плотников И.Ф. Александр Васильевич Колчак: исследователь, адмирал, Верховный правитель России. М., 2003; Мельгунов С.П. Трагедия адмирала Колчака: из истории гражданской войны на Волге, Урале и в Сибири: в 2 кн. М., 2004.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018