КОЛХОЗСОВХОЗ ТЕАТРҘАРЫ, ауыл халҡын хеҙмәтләндереү өсөн тәғәйенләнгән дәүләт күсмә театрҙары. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. башында башлыса һәүәҫкәр драма түңәрәктәренән ойошторола: Баймаҡ (1932; ҡара: Сибай башҡорт драма театры), Ауырғазы (ҡара: Салауат башҡорт драма театры), Дүртөйлө (икеһе лә — 1933), Ҡыйғы (ҡара: Минһажев Ғ. исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры), Саҡмағош (икеһе лә — 1934), Балтас, Бәләбәй, Бишбүләк (бөтәһе лә — 1935), Дәүләкән, Яңауыл (икеһе лә — 1936); 40‑сы йй. — Борай (1942; ҡара: Борай татар халыҡ театры), Учалы (1943), Йомағужа (1948) һәм башҡалар. К.‑с.т. репертуарын башлыса Башҡорт драма театры һәм Урыҫ драма театры постановкаларының үҙгәртелгән йәки ҡыҫҡартылған варианттары тәшкил иткән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында К.‑с.т. һаны күпкә кәмей, һуғыштан һуң башлыса ҡала һәм район стационар театрҙары, һуңыраҡ халыҡ театрҙары ауылдарға йөрөп спектаклдәр ҡуя башлай. 50‑се йй. 1‑се ярт. К.‑с.т. эше туҡтатыла. К.‑с.т. формалашыуына һәм үҫешенә респ. күренекле театр эшмәкәрҙәре Х.Бохарский, Ҡ.Ғ.Бәкеров, В.Ғ.Ғәлимов, Д.А.Дмитриев, Г.С.Егиазаров, Б.Ғ.Имашев, В.Мортазин-Иманский, А.Ҡ.Мөбәрәков, Е.Сыртланова-Шляхтина, С.Н.Сәйетов һ.б. булышлыҡ итә.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке