КОЛПАКОВ Яков (яҡынса 1720 — 13.1.1772, Ырымбур губ. Яйыҡ ҡаласығы), Яйыҡ казак ғәскәренән Уложенный комиссия депутаты. Старшина. Комиссияға Яйыҡ, Илек һәм Һаҡмар казактарының йөкләмәләрҙе кәметеү, Яйыҡ казактарына эш хаҡын арттырыу, Ырымбур казак ғәскәре м‑н аҫаба башҡорттар араһында ергә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе көйләү, Илек һәм Һаҡмар казактарына Яйыҡ казактары м‑н бер үк хоҡуҡтар биреү (эш хаҡы тәғәйенләү, ирекле балыҡ тотоуҙы рөхсәт итеү һ.б.) т‑дағы наказдарын еткерә. Крәҫтиән һәм казактарҙың сауҙа м‑н шөғөлләнеү, Рангылар табеле положениеһына ярашлы хәрби хеҙмәт өсөн казак старшиналарының дворян дәрәжәһен алыу хоҡуғы өсөн сығыш яһай. Яйыҡ казактары ихтилалы ваҡытында үлтерелә.

Әҙәб.: Кулбахтин И.Н., Кулбахтин Н.М. Наказы народов Башкортостана в Уложенную комиссию 1767—1768 гг. Уфа, 2005.

И.М.Васильев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке