КОЛОСНИЦЫН Владимир Сергеевич (17.2.1950, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1992). ӨНИ‑не тамамлаған (1972). 1974 й. алып Органик химия ин‑тында эшләй (1986 й. алып лаб. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре теоретик һәм ғәмәли электрохимия, координацияланған берләшмәләр химияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Уның етәкселегендә яңы типтағы аккумуляторҙар (литийлы һәм литий‑ионлы) булдырыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 70 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке