КОЛОНИЯЛАШТЫРЫУ, яулап алынған йәки буш ятҡан ерҙәргә күсеп ултырыу һәм хужалыҡ итеү. Башҡортостанды К. 17 б. уртаһынан алып 20 б. башына тиклем дауам итә. К. 1‑се этабы (17 б. уртаһы — 18 б. 30‑сы йй.) хөкүмәт сәйәсәтенең ике йөҙлөлөгө шарттарында бара: батша хакимиәте башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын күп тапҡырҙар раҫлауына ҡарамаҫтан, ҡәлғәләр төҙөү өсөн башҡ. ерҙәрен тартып алыу һәм улар тирәһендәге ерҙәрҙе дворяндарға, хеҙмәтле кешеләргә өләшеү башлана. 2‑се этабы (18 б. 30‑сы йй. — 18 б. аҙ.) Ырымбур экспедицияһы ойошторолоуға бәйле. Указ (1736 й. 11 февр.) м‑н батша хөкүмәте башҡ. ерҙәрен тартып алыуҙы законлаштыра. Илдең үҙәк губерналарынан крәҫтиәндәрҙең күсеп ултырыуы (ҡара: Күскенселек хәрәкәте) хуплана. 18 б. 30—40‑сы йй. алып Башҡорт ихтилалдарында (17—18 бб.) иң әүҙем ҡатнашҡандарҙың аҫаба ерҙәре ҡаҙна иҫәбенә яҙҙырыла, күп кенә сик буйындағы ерҙәр ҙә дәүләт ҡарамағына алына. Башҡорттарҙың керҙәштәренә, типтәрҙәргә һәм бобылдәргә төрлө шарттарҙа башҡорттарҙан ҡуртымға алынған ерҙәр бирелә. 18 б. 30—90‑сы йй. Башҡортостан терр‑яһында 58 тау заводы, 46 ҡәлғә, бик күп редут һәм форпостар төҙөлә, 94 мең ир‑ат, ш. иҫ. 30 мең урыҫ, 20 мең татар, 19 мең мордва, 18,5 мең сыуаш һәм 7 мең башҡа халыҡ вәкиле килеп ултыра. Ер биләү ҡоролошонда ла үҙгәрештәр була: башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы м‑н бергә ҡаҙна, дворян, завод, бүлем һ.б. ер биләү формалары барлыҡҡа килә. 18 б. аҙ. башҡорттар аҫаба ерҙәренең 50%‑тан ашыуын юғалта, ул ерҙәрҙең дөйөм майҙаны 14 млн дисәтинә тәшкил итә. К. 3‑сө этабының (18 б. аҙ. — 20 б. башы) үҙенсәлеге булып башҡорттарҙан алынған ерҙәрҙе дворяндарға, чиновниктарға, завод хужаларына, крәҫтиәндәргә, казак һәм һалдаттарға милеккә биреү иҫәпләнә. Генераль ыҙанлау төбәкте артабан К. мөмкинлектәрен асыҡлау өсөн ентекле мәғлүмәт бирә. Крепостной хоҡуҡты һәм идара итеүҙең кантон системаһын бөтөрөү күскенселек хәрәкәтенең көсәйеүенә һәм башҡ. ерҙәрен күпләп талауға килтерә. “Башҡорттар тураһында положение”ға ярашлы, башҡорттар, мишәрҙәр, типтәрҙәр һәм бобылдәр граждандар ҡатламына күсерелә. Дәүләт һәм удел крәҫтиәндәренең күсеп ултырыуы дәүләт тарафынан ойошторолһа, крәҫтиәндәрҙең стихиялы рәүештә күсенеүе айырыуса көслө була. 19 б. 60—90‑сы йй. Өфө губ. 168 мең, Ырымбур губ. 125 мең күскенсе крәҫтиән килеп ултыра. Ер мәсьәләһе б‑са халыҡтың төрлө төркөмдәре араһында ҡапма-ҡаршылыҡ көсәйә: 1851—68 йй. Ырымбур хәрби губернаторына 300, ш. иҫ. күскенселәрҙән 146, аҫаба башҡорттарҙан 131 мөрәжәғәт килә. 20 б. башына 2 губернала йәшәгән халыҡтың дөйөм иҫәбе 3,8 млн кеше тәшкил итә, шуларҙың 1,3 млн башҡорт, 1,9 млн урыҫ, украин һәм белорус, 540 меңе башҡа халыҡ була. Столыпин аграр реформаһы осоронда Ырымбур губ. — 65,5 мең, Өфө губ. 43,8 мең кеше күсеп килә. Күскенселәрҙең төп өлөшө ерҙе аҫаба башҡорттарҙан ала: 1905—15 йй. 522 мең дисәтинә, ш. иҫ. Ырымбур губ. — 300 мең, Өфө губ. 222 мең дисәтинә ер һатыла. 17 б. башында 33 млн дисәтинәнән ашыу ер биләгән башҡорттар 1917 й. яҡынса 9,5 млн дисәтинә м‑н тороп ҡала. Башҡорт милли хәрәкәте һәм Башҡортостан автономияһы формалашҡан йылдарҙа Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары ҡарарҙарында юғалтылған аҫаба ерҙәрҙе кире ҡайтарыу мәсьәләһе ҡәтғи ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, 1917 й. 27 окт. Ер т‑дағы декретҡа ярашлы хосуси милек бөтөрөлөү (ҡара: Национализациялау) арҡаһында ғәмәлгә ашмай.

А.И.Аҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин