КОЛОКОЛЬЦЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Пётр Григорьевич К., капитан. 1907 й. Ҡазандан Өфө гарнизонына күсерелә. Ҡазан өйәҙендә поместьеһы була. Уның улдары: Алексей Петрович К., 1742 й. түләүле (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) хәрби хеҙмәткә алына; Михаил Петрович К., каптенармус. 1747 й. түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1768 й. Ағиҙел һәм Шөгөр (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) йй. буйында ер биләй; Иван Петрович К., подпоручик. 1745 й. түләүле хәрби хеҙмәткә алына. 1784 й. отставкала. 1785 й. алып Өфө земство суды заседателе. Өфө өйәҙендә 10 ир-аттан торған ауылы була. 1769 й. отставкалағы капрал А.И.Рукавишниковтан Каменка й. (Ағиҙел й. басс.), 1775 й. Аничковтарҙан Чесноковка й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында ер һатып ала. Уның улдары: Яков Иванович К., А.И.Колмыков Ҡазан гарнизонының драгун полкында хеҙмәт итә. 17 ир-аттан торған ауылы була; Евгений Иванович К., капитан, надворный советник. Речь Посполитаяны 1‑се тапҡыр бүлеүҙә ҡатнаша (1772). 1781 й. Ырымбур гарнизонының 2‑се мушкетёрҙар батальонында хеҙмәт итә. 1812—14 йй. Ырымбур губерна дворяндар йыйылышы депутаты; Гаврила Иванович К., коллегия советнигы. Евгений Иванович К. м‑н Гаврила Иванович К. 23 ир-аттан торған уртаҡ ауылы була. Гаврила Иванович К. улы — Иван Гаврилович К., коллегия советнигы. 1853 й. 90 ир-аттан торған ауылға һәм 598 дисәтинә ергә хужа була. Михаил Петрович К. улы — Иван Михайлович К., капитан. 1795 й. Өфө өйәҙ судьяһы, 1802—05 йй. Силәбе, Стәрлетамаҡ, Троицк һәм Өфө өйәҙҙәренең дворяндар башлығы. Семён Степанович К., титулярный советник. 1830 й. император Николай I үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнә. 18 б. К. Өфө өйәҙенең Колокольцев (Каменка; хәҙ. Өфө р‑ны Колокольцев а.) һәм Дежнев аа. хужа була, Нуғай даруғаһы Ҫыбы-Мең улусы башҡорттары ерендә керҙәш була (Третьяковтар м‑н берлектә 25 дисәтинә ерҙе ҡуртымға алалар). 18 б. К. нәҫеле Владимир, Мәскәү, Рязань, Тверь, Харьков, Һарытау һәм Ырымбур (6‑сы киҫәгенә) губ. дворян нәҫел тарихы китабына индерелгән. Генераль ыҙанлау мәғлүмәттәре б‑са нәҫелдең 3 вәкиле Өфө өйәҙендә 1,1 мең дисәтинә ер биләгән.

Б.Ә.Аҙнабаев

Тәрж. М.Х.Хужин 

Текст на русском языке