“КОЛОКОЛ” (“Ҡыңғырау”), цензураһыҙ урыҫ ижт.‑сәйәси һәм әҙәби гәзите. Нәшер итеүселәре — А.И.Герцен һәм Н.П.Огарёв. 1857 й. алып Лондонда, 1865 й. — Женева ҡ. (Швейцария) айына 1—4 тапҡыр урыҫ, 1868 й. француз телдәрендә сыға. “Под суд” (“Хөкөмгә тарттырыу”; 1859—62) һәм “Общее вече” (“Дөйөм вече”; 1862—64) ҡушымталарын сығара. “К.” Рәсәй йәмғиәтендәге революцион‑демократик ҡараштарҙың формалашыуына йоғонто яһай. Гәзиттә Рәсәйҙәге, ш. иҫ. Башҡортостандағы, халыҡтың ауыр хәле һәм сәйәси тормошо т‑да мәҡәләләр баҫыла. “К.” алпауыт Н.Е.Тимашевтың Ырымбур губернаһы крәҫтиәндәрен бөлгөнлөккә төшөрөүе т‑да 1859 й. 15 мартында “III бүлексә начальнигы аңлаһын өсөн материалдар” (“Материалы для понимания начальника III отделения”), башҡорттарҙы ҡыҫырыҡлау һәм иҙеү т‑да 1862 й. 1 майында “Себерҙән (нәшер итеүсегә яҙылған хаттарҙан өҙөктәр)” [“Из Сибири (отрывки из писем к издателю)”], Бөрө өйәҙе власть органдарының хеҙмәттәге енәйәттәре т‑да 1867 й. 1 авг. “Ә полиция ниндәй” (“А какова полиция”) һ.б. мәҡәләләр баҫыла. 1859 й. 15 дек. “Под суд” гәз. А.А.Сухозанет, Н.Н.Подъячевтың тау заводтарында эшселәрҙең хоҡуҡһыҙлығы, 1860 й. 15 ғин. Ырымбур губ. Бөрө өйәҙе Анастасьино а. эргәһендәге шарап ҡыуыу заводы хужаһы хаҡында “Плантатор Жадовскийҙың эше” (“Дело плантатора Жадовского”) һ.б. мәҡәләләр баҫылып сыға. Башҡортостан т‑да материалдар “К.” гәз. И.С.Аксаков (ҡара: Аксаковтар), Е.И.Барановский һ.б. тарафынан ебәрелә.

Әҙәб.: Эйдельман Н.Я. Герценовский “Колокол”. М., 1963.

Б.С.Дәүләтбаев

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018