АЛЛАЯРОВ Алик Рәшит улы (3.7.1973, Өфө), тележурналист. Журналистар союзы ағзаһы (1995). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1997) “Башҡортостан” ДТРК-нда эшләй: махсус хәбәрсе, “ТВ студияһының мәғлүмәт программалары” ижади берекмәһе етәкс., сәйәси күҙәтеүсе, Мәғлүмәт программалары хеҙмәте нач. урынбаҫары, продюсер. 2004 й. алып “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ының баш мөхәррире, 2008 й. башлап “Салауат Юлаев” хоккей клубының матбуғат хеҙмәте етәксеһе. Ижт.‑сәйәси һәм соц. темаларға тапшырыуҙар, Өфө ҡала балалар һәм үҫмерҙәр приюты т‑дағы “Хыялдар тормошҡа аша” (“Мечты сбываются”) телесюжеттар циклы авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2004).

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке