КОЛОБНЕВ Александр Васильевич (4.5.1981, Выкса ҡ.), спортсы. Велосипед спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2012). 1998—2010 йй. “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге өсөн сығыш яһай (тренеры Р.Н.Латипов). Олимпия уйындарының бронза призёры (2008), Рәсәй чемп. (2004, 2010), төркөм уҙышында донъя чемпионаттарының көмөш призёры (2007, 2009), Италия (2003, 2007), Испания (2006), Франция һәм Германияла (икеһе лә — 2007) үткән халыҡ‑ара уҙыштар еңеүсеһе. Үҫмер спортсылар араһында Донъя кубогы этабы еңеүсеһе (1999). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2004, 2012). Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы (1999 й. алып). 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” миҙалы м‑н бүләкләнгән (2011).

Тәрж.М.Н.Моратшина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018