КОЛМЫКОВ Алексей Иванович [17.1.1921, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Айтуған-Дурасов а. (БР-ҙың Фёдоровка р‑ны) — 15.2.1997, Һарытау өлк. Заволжский ҡсб], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. алып Калинин, Балтик буйы, 2‑се Балтик буйы һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 3‑сө удар армия 25‑се инженер-сапёр бригадаһы айырым мотоинженер разведка ротаһының сапёр-разведчигы булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н К. 1944 й. 27 июлендә һәм 11—20 нояб. Резекне ҡ. һәм Лидуми торама пункты (Латвия ССР‑ы) һәм 1945 й. 28 февр. — 1 мартында Врицен ҡ. (Германия) эргәһендә разведка алып барғанда күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1945) Заволжскиҙа эшләй. 1‑се (1985) һәм 2‑се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), 1‑се (1945 й. майы), 2‑се (ш. уҡ йылдың ғин.) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Портрет: А.И.Колмыков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.