КОЛЛЕДЖДАР (ингл. college), махсуслаштырылған уҡыу йорттары. Бөйөк Британия, АҠШ һ.б. илдәрҙә К. 3 төрө айырыла: юғары белемдең база курсы кимәлендә әҙерлек биргән; юғары һәм урта белем араһы кимәлендә әҙерлек биргән; урта белем биреү кимәлендәге. РФ‑та 1990 йй. башында база һәм юғарыраҡ кимәлдәге урта профессиональ белем биреү программаларын тормошҡа ашырыусы яңы йәки үҙгәртеп ҡоролған урта махсус уҡыу йорттары (һөнәрселек-техник училищелар, техникумдар) К. тип үҙгәртелә. БР‑ҙа 1990 йй. башында тәүгеләрҙән булып Автотранспорт колледжы, Радиоэлектроника колледжы К. статусын ала. 1996 й. республикала — 23 (26 мең студент), 2001 й. — 31 (41,8 мең), 2006 й. — 45 (52,5 мең), 2011 й. 48 (44,7 мең) дәүләт К. иҫәпләнә. Улар араһында — Белорет металлургия колледжы, Бәләбәй медицина колледжы, Бөрө медицинафармацевтика колледжы, Ишембай нефть колледжы, Күмертаутау колледжы, Мәсәғүт педагогия колледжы, Сибай педагогия колледжы, Өфөлә — Музыка колледжы, Сауҙаиҡтисад колледжы, Статистика, информатика һәм хисаплау техникаһы колледжы, Технология һәм дизайн колледжы, Яғыулыҡэнергетика колледжы һ.б.

Р.Н.Хәзиәхмәтова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.