КОЛЕСОВ Сергей Викторович (24.11.1950, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (1985), проф. (1990). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2013). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) ш. уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 2002 й. алып Органик химия ин‑тында: лаб., 2011 й. полимерҙар бүлеге мөдире. Фәнни хеҙмәттәре галоидлы полимерҙарҙың һәм полимер ҡатнашмаларының тарҡалыуы һәм стабилләшеүе, комплекслы‑радикаль полимерлашыу проблемаларына арналған. К. тарафынан полимерҙарҙың химик стабилләштереү концепцияһы төҙөлгән; уның ҡатнашлығында еңел, электротехника һ.б. сәнәғәт тармаҡтары өсөн поливинилхлорид нигеҙендә материалдар, бәләкәй габаритлы турбулент реакторҙарҙы файҙаланып химия һәм нефтехимия продукттарын (дихлорэтан, хлорлы этил, бутил-көкөрт к‑таһы, алкилбензин) синтезлау технологиялары уйлап табылған, улар “Каустик” ЯАЙ‑нда, “Салаватнефтеоргсинтез” ААЙ‑нда (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) индерелгән, һынауҙар Яңы Өфө НЭЗ‑ында үткәрелгән. 460‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 69 уйлап табыу авторы. С.Р. Рафиҡов ис. пр. лауреаты (2009).

Хеҙм.: Старение и стабилизация полимеров на основе винилхлорида. М., 1982 (авторҙ.); Degradation and Stabilization of Vinilchloride Based Polimers. Oxford, 1988 (авторҙ.).

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.