КОЛЕСНИКОВА Зоя Васильевна (1.7.1942, БАССР‑ҙың Баймаҡ р-ны Йылайыр иген с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ районы Урғаҙа а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1985). 1961—65 йй. Башҡ‑н баҡыр‑көкөрт комб‑тында (Сибай ҡ.) транспортёрсы, 1962 й. алып байыҡтырыу ф‑каһында реагенттар дозировкалаусы. 1966—92 йй. А.П.Завенягин ис. Норильск тау‑металлургия комб‑тының байыҡтырыу ф‑каһы флотаторы. К. ҡатнашлығында төҫлө металдар сығарыу арта, хеҙмәт етештереүсәнлеге күтәрелә, продукцияның хаҡы кәмей. Ленин (1985), Окт. Революцияһы (1981), “Почёт Билдәһе” (1974) орд. м‑н бүләкләнгән.

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Илл.: З.В.Колесникова

Текст на русском языке