КОЛБИНЦЕВ Ефим Григорьевич (18.1.1875 —?) Ырымбур губернаһынан 4‑се Дәүләт думаһы (1912—14) депутаты. Крәҫтиәндәрҙән. Башланғыс ауыл уч‑щеһын тамамлаған. Сауҙа м‑н шөғөлләнә. “Вогау и К°” сауҙа йортона ҡараған “Якорь” страховка йәмғиәтенең Өфө филиалында агент булып хеҙмәт итә. Думала прогрессистар фракцияһы ағзаһы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Д.А.Сафонов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке