КИТАПХАНА ЭШЕ ҺӘМ КИҢ ЭЛЕМТӘ КОЛЛЕДЖЫ, 1937 й. Стәрлетамаҡ ҡ. мәҙәниәт‑ағартыу уч‑щеһы нигеҙендә Респ. башҡ. сәйәси китапхана техникумы булараҡ асыла. 1941—44 йй. эшләмәй, 1944 й. Өфөгә күсерелә һәм Өфө китапхана техникумы тип атала башлай (1996—99 йй. техникум‑колледж), 2005 й. алып К.э.һ.к.э.к., 2014 й. ябыла. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барылған: китапханасылыҡ ғилеме, идаралыҡты документация м‑н тәьмин итеү һәм архив алып барыу ғилеме, реклама. Китапханаһы булған. 14 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2012).

А.Р.Зәйнәғев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018