КОКСЛАШТЫРЫУ, яныусан ҡаты һәм шыйыҡ ҡаҙылдыҡтарҙы осоусан берләшмәләр һәм кокс барлыҡҡа килтереп юғары т‑рала эшкәртеү. Таш күмер, таш күмер пегы, юғары т‑рала ҡайнаусы нефть ҡалдыҡтары К. сеймалы булып тора. К. ваҡытында алынған сеймалдың молекулалары тарҡатылып (крекинг), кокс барлыҡҡа килгән тығыҙланыу реакцияларына йәлеп ителә. Таш күмерҙе эшкәртеп (процесты 900—1100°С‑та үткәрәләр) — кокс, кокс газы, таш күмер ыҫмалаһы, ауыр нефть ҡалдыҡтарын эшкәртеп (450—540°С‑та) кокс, углеводород газы, бензин һәм газойль фракцияларын алалар. Башҡортостан К. ҡоролмаларының күбеһенең технологияларын уйлап табыу, аппараттарын сығарыу һәм СССР‑ҙа, БДБ‑ла һәм байтаҡ сит илдәрҙә индереү б‑са төп ғилми үҙәк булып тора. Яйлатып К. технологияларын уйлап табыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда башлана, Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда А.Ф.Красюков һәм ӨНИ‑лә З.И.Сөнәев етәкс. дауам ителә. 1956 й. Яңы Өфө НЭЗ‑ында нефть ҡалдыҡтарын яйлатып К. СССР‑ҙа тәүге ҡоролмаһы төҙөлә (етештереүсәнлеге йылына 300 мең т). Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда (Г.Г.Валявин, Н.Т.Походенко, С.М.Слуцкая һ.б.) ӨНИ (Р.Н.Ғимаев һ.б.) һәм “Башгипронефтехим” ин‑ты (Н.А.Железников, Ю.Н.Каракуц) м‑н берлектә Баҡы, Волгоград, Гурьев, Красноводск, Яңы Куйбышев, Фирғәнә НЭЗ‑дары өсөн яйлатып К. ҡоролмаларын проектлау һәм төҙөү регламенттары эшләнә һәм тапшырыла. 2009 й. “Уфанефтехим” ААЙ‑нда яйлатып К. ҡоролмаһы (ҡеүәте 1,2 млн т) файҙаланыуға тапшырыла. Нефтехимия эшкәртеү институты хеҙм‑рҙәре тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре 21 К. ҡоролмаһын, ш. иҫ. Волгоград, Яңы Өфө НЭЗ‑дарында, төҙөү һәм реконструкциялау өсөн файҙаланыла.

Әҙәб.: Сюняев З.И. Замедленное коксование нефтяных остатков. М., 1967; Сюняев З.И., Гимаев Р.Н. Коксование нефтяных остатков. М., 1968; Ахметов М.М. Получение малосернистых коксов из сернистых нефтей. Уфа, 2010.

М.М.Әхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке