КУЗНЕЦОВ Константин Петрович (13.12.1912, Өфө — 2.5.1996, Мәскәү), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1958). Куйбышев төҙөлөш ин‑тын тамамлаған (1939). 1931 й. алып төрлө төҙөлөш ойошмаларында (Өфө) эшләй, 1939 й. — БАССР ХКС‑ы эргәһендәге Төҙөлөш материалдары сәнәғәте идаралығының баш инженеры, нач. урынбаҫары, “Уфапромстрой” тресының сәнәғәт майҙаны эштәре нач., 1940 й. — 3‑сө трестың 2‑се төҙөлөш контораһы нач., 1945 й. — Черниковск ҡала башҡарма ком‑ты рәйесе урынбаҫары, 1946 й. — “Башнефтестрой” тресының 5‑се төҙөлөш-монтаж идаралығы нач.; 1947 й. башлап 21‑се треста: 1‑се төҙөлөш-монтаж идаралығы нач., трест идарасыһы урынбаҫары, 1953 й. — идарасыһы; 1958 й. алып БАССР‑ҙа Төҙөлөш б‑са баш идаралыҡ начальнигы. 1970—82 йй. СССР‑ҙың а.х. продукттары әҙерләү министры урынбаҫары. Уның етәкселегендә Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы, Черниковск НЭЗ‑ы (ҡара: “Уфанефтехим”), Өфө синтетик спирт з‑ды (ҡара: “Уфаоргсинтез”) төҙөлә; Өфө нефть эшкәртеү заводы, “Химпром” (ҡара: “Уфахимпром”) һ.б. киңәйтелә һәм үҙгәртеп ҡорола; Ағиҙел ағас эшкәртеү комбинаты, Благовещен арматура заводы, Өфө тимер-бетон заводы №1 һ.б. матди базаһы булдырыла; кирбес етештереү з‑дтары үҙгәртеп ҡорола; ТЭЦ‑3 һәм ТЭЦ‑4 төҙөлә. БАССР ЮС‑ының 5—7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1958), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1972), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә К. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2003).

Г.Х.Асатуров, И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке