КУЗНЕЦОВ Иван Павлович (15.4.1918, Пенза губ. Луховка а. — 20.8.1986, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1968). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Куйбышев инженерлыҡ-төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1948) 21‑се треста (Өфө) эшләй: 1953 й. алып баш инженер, 1955 й. — 6‑сы төҙөлөш идаралығы нач., 1958 й. — баш инженер, трест идарасыһы. 1968 й. башлап БАССР‑ҙа Төҙөлөш б‑са баш идаралыҡ нач. урынбаҫары, 1970 й. — начальнигы. 1970—78 йй. БАССР МС‑ы рәйесе урынбаҫары. Уның етәкселегендә КПСС‑тың ХХII съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) таҙартыу ҡоролмалары, Өфө синтетик спирт з‑дында (ҡара: “Уфаоргсинтез”), Өфө “Химпром” ПБ‑нда (ҡара: “Уфахимпром”) яңы производстволар һәм цехтар төҙөлә. БАССР ЮС‑ының 7—9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1965), Александр Невский (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958, 1971), “Почёт Билдәһе” (1976) орд. м‑н бүләкләнгән.

Г.Х.Асатуров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке