КУЗНЕЦОВ Игорь Васильевич (4.1.1965, Өфө), электрон техника инженеры. Техник ф. д‑ры (2008). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1987) “Молния” Өфө агрегат КБ‑нда эшләй. 1999 й. алып ӨДАТУ‑ла. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡатмарлы системаларға идара итеү, телекоммуникация сигналдарын һәм мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә арналған. К. тарафынан динамик объекттарға идара итеүҙең гомеоморф системаларын анализлау һәм синтезлауҙың теоретик нигеҙҙәре, күп каналлы коммуникация системаларында сигналдарҙы икенсел тығыҙлауҙың һәм радиоресурстарҙы ситуацияға ярашлы планлаштырыуҙың концептуаль нигеҙҙәре эшләнгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Сигнальные и структурные методы повышения информационной ёмкости телекоммуникационных систем. М., 2002 (авторҙ.); Координированное управление динамическими объектами в сложных технических системах. Уфа, 2012 (авторҙ.).

А.Х.Солтанов
Т
әрж. Р.Ғ.Ғилманов