КУЗНЕЦОВ Григорий Тимофеевич (7.1.1916, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Крадено-Михайловка а. — 13.2.1947, Ишембай ҡ.), Дан орденының тулы кавалеры. 1939—40 йй. совет-финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1938 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. башлап Көнбайыш, Белоруссия, 2‑се, 3‑сө һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 33‑сө армия 49‑сы уҡсылар див. 1‑се айырым сапёр батальонының отделение, 1944 й. алып взвод командиры. Дан орд. м‑н К. 1945 й. 14 ғин., 4 февр. һәм 16 апр. Радом (Польша), Франкфурт һәм Берлин (Германия) ҡҡ. янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1945) Ишембай нефть ҡыуыу з‑дында эшләй. Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), 1‑се (1946), 2‑се (1945 й. февр.) һәм 3‑сө (ш. уҡ йылдың ғин.) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Портрет: Г.Т.Кузнецов

Текст на русском языке