КУЗНЕЦОВ Владимир Александрович (6.1.1950, Черниковск ҡ., хәҙ. Өфө эсендә), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1997). ӨНИ‑не тамамлаған (1977). 1972 й. алып Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда, 1992 й. — Өфө НЭЗ‑ында, 1996 й. — ӨДНТУ‑ла эшләй. 1998 й. башлап БДУ‑ла (2011 й. тиклем машиналар һәм аппараттар каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре сәнәғәт ҡорамалдарын, тәбиғи һәм яһалма материалдарҙы эшкәртеү технологияларын камиллаштырыуға арналған. К. ҡатнашлығында Волгоград, Красноводск, Фирғәнә һәм Херсон НЭЗ‑дарының технологик ҡоролмалары ҡорамалдарын проектлауға регламенттар эшләнә. К. тарафынан башлап ҡыуыу ҡоролмаһының статик болғағысында эшкәртелмәгән нефтте һелтеләү технологияһы эшләнә, ул 1996 й. Өфө НЭЗ‑ында индерелә; 2000 й. башлап дифенилолпропан алыуҙа ҡулланылған ағымлы реактор уйлап табыла. 220‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 45 уйлап табыу авторы.

Хеҙм: Пути повышения эффективности эксплуатации оборудования дробления, классификации и транспортирования на установках производства нефтяного кокса: темат. обзор. М., 1980 (авторҙ.) (Серия: Эксплуатация, модернизация и ремонт оборудования в нефтеперерабатывающей и нефтехимической промышленности); Водоснабжение систем гидровыгрузки кокса на установках замедленного коксования: темат. обзор. М., 1984 (авторҙ.) (Серия: Охрана окружающей среды).

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке