КОКОРИНДАР, цирк артистары ғаиләһе, эквилибристар. Георгий Михайлович К. (2.9.1947, Белорус ССР‑ы Малорита ҡсб). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1988). Мәскәү цирк һәм эстрада сәнғәте уч‑щеһын (1970), Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын (1973), Силәбе мәҙәниәт ин‑тын (1984) тамамлаған. 1966—70 йй. “Сәхнәләге цирк” (Киев), 1973 й. алып “Рәсәй циркы” дәүләт компанияһы (Мәскәү), 1992 й. — Вернадский проспектындағы Ҙур Мәскәү циркы, 1998—2006 йй. “Сәхнәләге Мәскәү циркы” артисы. “Ирекле сымда эквилибр” номерын ижад итеүсе, етәксеһе һәм ҡатнашыусыһы. Номерҙа оригиналь трюктар башҡара. Валентина Фёдоровна К. (27.2.1953, Омск ҡ.). Мәскәү цирк һәм эстрада сәнғәте уч‑щеһын тамамлаған (1970). Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын (1973) тамамлағандан һуң “Рәсәй циркы” дәүләт компанияһы (Мәскәү), 1992 й. алып Вернадский проспектындағы Ҙур Мәскәү циркы, 1998—2006 йй. “Сәхнәләге Мәскәү циркы” артисы. “Ике ҡатлы сымда эквилибр”, “Ваҡыт — алға!”, “Ирекле сымда эквилибр” номерҙарында эшләй. Г.М. һәм В.Ф. — бөтә Союз цирк сәнғәте конкурстары (Мәскәү, 1987; Ярославль ҡ., 1992), Халыҡ-ара цирк сәнғәте фестивале (Монте-Карло ҡ., Монако, 1996) лауреаттары. Кристина Георгиевна К. (25.5.1978, Силәбе ҡ.), жонглёр. РФ‑тың атҡ. артисы (2005). ГИТИС‑ты тамамлаған (2003). 1991 й. алып “Рәсәй циркы” дәүләт компанияһы (Мәскәү), 1992 й. — Вернадский проспектындағы Ҙур Мәскәү циркы, 1998 й. — “Сәхнәләге Мәскәү циркы” артисы. “Бейеүсе жонглёр” номерында эшләй. Халыҡ-ара цирк фестивалдәре (Верона ҡ., Италия, 1991; Монте-Карло, 1999; Будапешт, 2002; Амстердам, 2002; Мәскәү, 2005), “Циркъ” милли пр. (Мәскәү, 2005), Бөтә Рәсәй “Рәсәй циркы принцессаһы” (“Принцесса Российского цирка”; Һарытау ҡ., 2005) фестиваль‑конкурсы лауреаты; Бөтә Союз цирк артистары конкурсы дипломанты (Ярославль, 1992). К. Рәсәй һәм донъяның 20‑нән ашыу иле буйлап гастролдәрҙә була.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018