КОКОРИН Виктор Дмитриевич (1887—1959), архитектор. СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Мәскәү, Алма‑Ата, Сочи, Ташкент, Тбилиси һ.б. ҡалаларҙа бик күп архитектур проекттар; Өфөлә Соц. мәҙәниәт һарайы (1934—37, төҙөлөш тамамланмай; 1986 й. архитекторҙар Р.И.Кирайдт, Р.Р.Әүсәхов проекты б‑са яңыртыла; хәҙ. БР Профсоюздар Федерацияһы советы бинаһы) проектын эшләй. Һарай Өфөлә урындағы традицияларға таянған архитектур темаларҙы эҙләүгә башланғыс һалған тәүге биналарҙың береһе була. Шулай уҡ биҙәү‑ҡулланма графикаһы өлкәһендә эшләй.

Әҙәб.: Донгузов К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.