КОКИН Павел Владимирович [21.7.1974, Тирлән ҡсб (Белорет ҡ.), хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Тирлән а.], спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997). БДПИ‑ны тамамлаған (1997). Нефтекама ҡ. ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.Х.Хаҡов), 1992—2005 йй. армия спорт клубы өсөн сығыш яһай (Өфө, тренеры Г.И.Алексеев). Ярым марафонда Рәсәй чемп. (2003), марафонда Рәсәй чемпионатының көмөш һәм ярым марафонда бронза призёры (1999), АҠШ‑та (Кливленд ҡ., 2000) халыҡ‑ара марафонда еңеүсе. Үҫмер спортсылар араһында Рәсәй чемп. (1996). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2000). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1997—2004).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке