КОКАНД ПОХОДТАРЫ (1852, 1853), 1847—76 йй. Рәсәйҙең Коканд ханлығын баҫып алыуы осоронда рус ғәскәрҙәре экспедицияһы. Ырымбур айырым корпусы көстәре ҡатнаша, һуңыраҡ Себер казак ғәскәре ҡушыла. 1852 й. 3 июлендә Ырымбур губернаһының Арал нығытмаһынан Коканд ханлығының Аҡмәсет ҡәлғәһенә табан полк. И.Ф.Бларамберг етәкс. ярты рота һалдаттан һәм Ырымбур казак ғәскәренең 2 сотняһынан торған отряд (бөтәһе 500‑гә яҡын кеше, 5 орудие) юлға сыға. 20 июлдә улар Аҡмәсеткә һөжүм итеп ҡарай, авг. Кокандтың Көмөш Ҡурған, Шым Ҡурған һәм Ҡош-Ҡурған нығытмалары емертелә. 1853 й. 15—17 июнендә Арал нығытмаһынан Аҡмәсеткә табан кавалериянан ген. В.А.Перовский етәкс. 4‑се Ырымбур сик буйы батальонынан (ҡара: Ырымбур сик буйы батальондары), Башҡорт-мишәр ғәскәренең 5 сотняһынан, Ырымбур казак ғәскәренең 2 сотняһынан һәм Урал казак ғәскәренең 5,5 сотняһынан, артиллерия, ракета һәм сапёр командаларынан торған отряд (бөтәһе 2,3 меңдән ашыу кеше, 36 орудие) ҡуҙғала. Июлдә ҡәлғә орудие утына тотола, миналар һалына һәм 28 июлдә шартлатылып, штурм м‑н баҫып алына. Рус ғәскәрҙәре — 17, Коканд ханлығы 242 кешеһен юғалта. К.п. һөҙөмтәһендә 19 б. 50‑се йй. уртаһына Ырымбур ҡ. алып Арал диңгеҙе һәм Һырдаръя й. тиклемге ерҙәр Рәсәй составына инә, Һырдаръя нығытмалы сик һыҙығы [1‑се, 2‑се, Перовский (элекке Аҡмәсет) һәм 3‑сө (элекке Көмөш Ҡурған) форттар] төҙөлә. Ырымбур сик һыҙығы хәрби һәм сәйәси әһәмиәтен юғалта. “Аҡмәсет”, “Перовский” марштары һәм “Һыр” халыҡ йыры башҡорттарҙың 1853 й. К.п. ҡатнашыуына арналған.

Әҙәб.: Бларамберг И.Ф. Воспоминания. М., 1978; Михайлов А.А. Первый бросок на юг. М.; СПб., 2003. 

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018