АЛЛАБИРҘИН Ирек Латип улы (29.5.1940, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Тарҡаҙы а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (1999). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) Йәрмәкәй р‑ны хужалыҡтарында зоотехник, 1970 й. алып Баҡалы р‑нының “Волга” к‑зы баш зоотехнигы. 1972—2010 БНИИСХ‑ла эшләгән: 1977 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1993 й. — лаб. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре БР а.х. зоналарында мал аҙығы әҙерләүҙең энергияны аҙ сарыф итеүсе технологияларын һәм ауыл хужалығы малдарын ашатыуҙың минераль матдәләр б‑са балансланған рациондарын эшләүгә арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Использование консервантов при силосовании зелёных кормов. Казань, 2001 (авторҙ.).

М.Ҡ.Харисов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.