КОЗЛОВА Планета Павловна (28.7.1945, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Ғәҙелша а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1993), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). СДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) 9‑сы урта мәктәп һәм 2‑се тәрбиә-хеҙмәт колонияһы уҡытыусыһы (бөтәһе лә — Стәрлетамаҡ ҡ.), 1974 й. алып БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта, 1987—2009 йй. һәм 2012—13 йй. — пед. каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре мәғариф тарихы һәм философияһына, балаларҙы тәрбиәләүҙә һәм уҡытыуҙа тәбиғәткә ярашлылыҡ принцибына арналған. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Генезис теории природосообразности развития человека в истории психолого-педагогической культуры. Уфа; Стерлитамак, 1995; Преемственность в теориях природосообразного и экологического воспитания. Стерлитамак, 2004 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке