КОЗЛОВ Илларион Александрович (6.2.1878, Ҡазан — 4.12.1933, шунда уҡ), комп., скрипкасы, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1900). Төрки музыка ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡ. һәм татар халыҡ музыкаһын өйрәнеүсе һәм пропагандалаусы. Әҫәрҙәре араһында кантаталар, скрипка (Сюита, Ҡыллы квартет, “Татар йыры”) һәм фп. (Прелюдия һәм фуга) өсөн пьесалар, башҡ. һәм татар (“Ашҡаҙар”, “Әпипә”, “Ғәлиәбаныу”, “Мөслимә” һ.б.) халыҡ йырҙары эшкәртмәләре. “Рәсәй төньяҡ мосолмандарының халыҡ музыкаһы тураһында” (“О народной музыке северных мусульман России”; 1921), “Көнбайыш Ҡытайҙың төрки ҡәбиләләре йырҙары” (“Песни тюркских племён Западного Китая”; 1922, С.Е.Малов м‑н берлектә), “Башҡорт халыҡ йырҙары” (“Башкирские народные песни”; 1926) һ.б. хеҙмәттәр авторы. Рәсәй һәм Австрия буйлап концерттар м‑н сығыш яһай.

Хеҙм.: Пятизвучные и бесполутоновые гаммы в татарских и башкирских народных песнях и их музыкально-теоретический анализ //Известия общества археологии, истории и этнографии при Казанском университете им. Ульянова-Ленина. Казань, 1928. Вып. 1—2.

Әҙәб.: Атанова Л.П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа, 1992.

Х.С.Ихтисамов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018