КОЗЛОВ Валерий Григорьевич (18.4.1951, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (1994). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Химия ин‑тында эшләй. 1994 й. алып РФА Һамар фәнни үҙәгенең Волга бассейны экологияһы ин‑тында лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 2000 й. Волга ун‑тында (икеһе лә — Тольятти ҡ.) уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре стереорегуляр полимерҙарҙы синтезлау өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. 70‑се йй. аҙ. Стәрлетамаҡ нефтехимия заводында производствоға индерелгән синтетик гуттаперча һәм лак‑буяу материалдарын алыу өсөн синтетик бәйләүестәр етештереү технологияларын эшләүҙә ҡатнаша. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт, 10 уйлап табыу авторы. Ленин комсомолы пр. лауреаты (1984).

Хеҙм.: Катионная полимеризация сопряжённых диенов. М., 2011 (авторҙ.).

Ю.Б.Монаков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018