КОЗЛОВ Алексей Павлович (1853, Ярославль губ. Никольский а. — 1909), Өфө губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Думала эсерҙар фракцияһы ағзаһы. Өфө өйәҙ һәм губерна земстволары, ш. уҡ Өфө ҡала думаһы гласныйы. Өфөлә хосуси һәм хеҙмәткәрҙәр эшенә үҙ-ара ярҙам итеү йәмғиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе (1894). 1897 й. алып Өфө ҡала йәмәғәт китапханаһы м‑н идара итеү ком‑тында эшләй. 1903 й. Ярославль ҡ. һөргөнгә ебәрелә. 1905 й. башлап Өфөлә.

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018