КУЗНЕЦОВ Валерий Владимирович (27.6.1949, Дондағы Ростов ҡ.), химик. Химия ф. д‑ры (2002). Одесса ун‑тын тамамлаған (1971). 1975 й. алып Украина Милли ФА‑ның А.В.Богатский ис. Физика‑химия ин‑тында ғилми хеҙм‑р. 2000 й. алып ӨДНТУ‑ла өлкән ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 2008—10 йй. Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында ғилми секретарь, 2011 й. башлап ӨДАТУ‑ла. Фәнни хеҙмәттәре конформацион анализ һәм туйындырылған гетероциклик элементорганик берләшмәләрҙең химик әүерелештәре өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. 440‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Химия циклических эфиров борных кислот. Киев, 1988 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке