КУЗНЕЦОВ Александр Павлович [8.11.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Екатериновка а. (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны) — 30.5.1979, Львов ҡ., Ивано-Франковск ҡ. ерләнгән], артиллерист, гвардия полк. (1975). Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Киев артиллерия уч‑щеһын тамамлаған (1953). 1941 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. башлап Көньяҡ-Көнбайыш, Дон, Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 69‑сы армия 4‑се гвардия танкыға ҡаршы истребитель бригадаһы 277‑се гвардия танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының идара итеү взводы ком. ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н К. 1944 й. 25 июлендә, 31 июле — 4 авг. һәм 1945 й. 14—16 ғин. Люблин, Варшава һәм Радом ҡҡ. (Польша) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1971) Ивано-Франковск ҡ. 2‑се урта мәктәбендә эшләй. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), 1‑се (1945), 2‑се һәм 3‑сө (1944 й. сент. һәм авг.) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке