КУЗНЕЦОВ Александр Игнатьевич (15.8.1915, Өфө — 11.2.1991, шунда уҡ), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1984). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1945 й. алып Благовещен р‑нында эшләй: 1946 й. — урта мәктәп дир., 1948 й. — ВКП(б) район ком‑тының пропаганда бүлеге мөдире; 1950—79 йй. Өфөнөң 6‑сы ПТУ‑нда уҡыта. “Икмәк ниңә тәмле” (“Отчего хлеб сладок”; 2 китапта, 1974—82) роман‑дилогияһында, “Протальник” (1984) повесында Граждандар һуғышы ваҡиғалары һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙағы тормошто үҙгәртеп ҡороу һүрәтләнгән. “Дуҫтарыма барам” (“Иду к друзьям”; 1979), “Уртаҡ яҙмыш менән” (“Судьбой единой”; 1987) хикәйә һәм повестар китаптары Б.В. һуғышына арналған. 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҫәрҙ.: Под гвардейским знаменем. Уфа, 1995 (авторҙ).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке