АЛЛА (фараз б‑са, ғәр. әл-илаһ — илаһи зат), исламда берҙәм һәм берҙән‑бер, бөтә булғанды (күкте, ерҙе, кешеләрҙе, фәрештәләрҙе, шайтандарҙы, үҫемлектәрҙе, хайуандарҙы) бар итеүсе илаһи зат. Мосолман тәғлимәтенә ярашлы, донъяла бөтәһе лә уға хеҙмәт итә һәм буйһона; ул бөтәһе өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм үҙе бар иткәнде ҡурсалай. Ҡиәмәт көнө еткәс, А. гонаһлыларҙы тамуҡҡа (йәһәннәмгә), тәҡүәлеләрҙе ожмахҡа (йәннәткә) оҙатасаҡ. А. исеменең барлыҡҡа килеүе ғәрәп халҡының (нигеҙҙә, ҡөрәйештәрҙең) исламға тиклемге инаныуҙарына бәйле, улар Алла тигән илаһи затҡа табынған. А. асылы һәм һыҙаттары уның 99 исемендә сағыла: Аллаһ (Аллаһы Тәғәлә) — Бөйөктәрҙән‑Бөйөк Алла, Ар‑Рахман (Рахман) — Мәрхәмәтле, Ар‑Рәхим — Рәхимле, Әл‑Мәлик (Мәлик) — Хужа һ.б. Ҡөрьәндең бөтә сүрәләре лә тиерлек “Бисмиллаһи-р рахмани-р рәхим” (“Мәрхәмәтле, Рәхимле Аллаһ хаҡына”) тип башлана, уларҙы мосолмандар намаҙ ваҡытында һәм изге ниәтле эштәрҙе башлар алдынан әйтә. А. исемдәренең һанына тәсбих төймәләренең һаны тап килә, ул уҡылған доғаларҙы, йола ғәмәлдәрен, Бөйөктәрҙән‑Бөйөккә әйтелгән тиҫбеләрҙе һанап барыу өсөн хеҙмәт итә. Уның исемдәренең ҡөҙрәтле көсө бар тип һанала, улар мосолман исемдәре араһында бик йыш осрай (Абдрахман, Әбделсамат һ.б.), уларҙы бетеүҙә файҙаланалар. А. иң яҡшы кешеләрҙе — пәйғәмбәр, ә яҡшыларҙан да яҡшыларҙы, асылышын төшөрөп, рәсүлдәре иткән; тәүгеһе — Әҙәм, һуңғыһы Мөхәммәт булған. Ҡөрьәндә әйтелеүенсә, А. “иптәштәре” булыуы мөмкин түгел: “Ул — Алла — берҙән‑бер, Алла мәңге, Ул тыуҙырманы һәм тыуҙырылманы, һәм бер кем дә Уға тиңдәш булманы” (112‑се сүрә). А. ниндәй ҙә булһа ҡиәфәттә күҙ алдына килтереү мөмкин түгел, ләкин ҡайһы бер аяттарҙа уның т‑да кешегә оҡшаш ғәмәл‑хәрәкәттәр яһаған (тәхеттә ултыра һ.б.), аяҡ‑ҡуллы, йөҙлө, күҙле зат кеүек итеп һөйләнелә. А. төп табыныу урыны булып Мәккә ҡ. Ҡәғбә һанала. Башҡорттар оҙаҡ ваҡыттар А. боронғо төрки аллаһы Тәңре (ҡара: Тәңрелек) м‑н тиң күргән. Шулай уҡ ҡара: Дини тәғлимәт.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.